Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге ярыштарҙа мәртәбәле урындар яулап, шатландыра. Яңыраҡ Өфөлә үткән лапта буйынса республика беренселегендә тренер Фәрит Шәрәфетдиновтың тәрбиәләнеүселәре еңеү яулаһа, Нил Ҡужахмәтов етәкселегендә шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр Сибай ҡалаһында волейбол буйынса Урал аръяғы турнирында беренсе урынға сыҡты. Афарин!