Йәш техниктар станцияһында шөғөлләнеүсе малайҙар Өфөлә уҡыусылар араһында үткән инженерия олимпиадаһының республика этабында ҡатнашты. Дүрт кешенән торған команда электроника, конструкторлау, ғәмәли физика һәм уйлап сығарыу буйынса мәсьәләләр сисеү йүнәлешендә 7 ҡала һәм 12 райондан килгән тиҫтерҙәре менән көс һынашты. Һөҙөмтәлә, А. Х. Хәлисов етәкселегендә белем алыусы Байназар Хажин уйлап табыусылар араһында 3-сө урынға лайыҡ булды. Заһир Һибәтов (Ю. Ҡ. Һибәтов) менән Ильяс Һарунов конструкторлау һәм ғәмәли физика буйынса 5-се урында билдәләнде. Дөйөм иҫәптә район йәш техниктар станцияһы командаһы өсөнсө урынға сыҡты.