Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Луганск халыҡ республикаһына гуманитар ярҙам акцияһы иғлан итә. Сара Республика Башлығы Р. Хәмитов етәкселегендә ойошторола һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығына арнала. Белеүегеҙсә, данлыҡлы генерал М. Шайморатов етәкселегендәге башҡорт атлылары Луганск ерен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша, батырҙарса һәләк булған Миңлеғәле Шайморатов Петровск ҡалаһында ерләнгән. Ә быйыл Луганск Халыҡ Республикаһы хөкүмәте ҡарары менән 22-се мәктәпкә М. Шайморатов исеме бирелде. Ҡоролтай Луганскиҙа йәшәүсе балаларға Яңы йыл күстәнәсе итеп төрлө бүләктәр, аҙыҡ-түлек, мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйырға саҡыра. Гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр Асҡар ауылы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса 2-се кабинетҡа мөрәжәғәт итә ала. Белешмәләр өсөн телефон: 8-917-411-90-61.