Яҡташыбыҙ, Исхаҡ ауылы ҡыҙы Сөмбөл Лоҡманова ошо көндәрҙә «Рәсәй студенты — 2016» милләт-ара форумында ҡатнашып, үҙенең проекты менән сығыш яһай. Мәскәүҙәге М. Ломоносов исемендәге технологик университеттың химия факультетында белем алыусы ҡыҙ Мәскәү башҡорттары араһында әүҙем йәмәғәт эше алып бара, ҡалалағы берҙән бер башҡорт бейеү ансамбле «Алтынай»ҙа, «Йәсмин» һылыуҡай студияһында шөғөлләнергә ваҡыт таба. Рәсәйҙең баш ҡалаһында районыбыҙҙы тик ыңғай яҡтан күрһәткән Әбйәлил ҡыҙына артабан да уңыштар теләйек.