Новости
2 Декабря 2016, 11:14

Мини-футбол тамамланды

Ойошма һәм предприятиелар араһында иғлан ителгән спартакиада сиктәрендә барған мини-футбол буйынса уйындар тамамланды. Ике төркөмдә уйнаған һәүәҫкәр спортсыларҙың иң көслөләре билдәләнеп, финалда 1-се Асҡар урта мәктәбе һәм район электр селтәрҙәре футболсылары осрашты. Ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс уйында берәү ҙә еңелергә теләмәй ине. Өҫтәмә таймда ла туп индереүсе булманы, шуға күрә судья пенальти тәғәйенләп, 1-се Асҡар урта мәктәбе командаһы еңеп сыҡты. Икенселә — район электр селтәрҙәре, өсөнсөлә эске эштәр бүлеге футболсылары.
Читайте нас