Новости
2 Декабря 2016, 11:11

Сүплектәргә сик ҡуйырға

Унда-бында сүп-сар, ҡый тултырылған тоҡтар ташлап китеү беҙҙең халыҡ өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнде, шикелле. «Бындай баш-баштаҡлыҡҡа сик ҡуйырға ваҡыт», — тип белдерҙе Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе етәксеһе В. Брыкин республика Башлығы Р. Хәмитов менән осрашҡанда. Халыҡ фронты вәкилдәре законһыҙ сүплектәрҙе булдырмау һәм ауыл-ҡала ситтәрендә урынлашҡан ҡыйлыҡтарҙы рекультивациялау программаһы кәрәклеге хаҡында әйтте. «Көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеү, сорттарға бүлеү программаһы ҡабул итеп, халыҡты тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға ҡәтғи өйрәтергә ваҡыт. Был маҡсатта экологик полиция хеҙмәте булдырырға мөмкин», — тип яуапланы Р. Хәмитов.
Читайте нас