Новости
2 Декабрь 2016, 11:12

Йылылыҡ өләшеп…

Асҡар балалар йортона ҡунаҡҡа Рысҡужа ауылы старостаһы, депутат В. Ә. Баҡыев менән ошо уҡ ауылдың ветерандар советы рәйесе З. Б. Моталова килде. Улар беҙҙә тәүге тапҡыр түгел, быға тиклем дә тәрбиәләнеүселәрҙең хәл-әхүәлен белешеп, изге кәңәштәрен биреп ҡайтҡандары бар. Был юлы ла буш ҡул менән килмәнеләр: Дауыт ауылынан Таңһылыу Ярҡынбаева бәйләп ебәргән утыҙлаған пар йылы ойоҡбаш һәм тапочкаларҙы балаларға тапшырҙылар. Тәнгә генә түгел, йәнгә лә йылы өләшеүсе балалар йортоноң тоғро дуҫтары барҙа сасҡау һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс булмаҫ.
Читайте нас