Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм «Темәс» башҡорт тарихи үҙәге яңыраҡ Баймаҡ ҡалаһында «Таҡмаҡ бәйгеһе — 2016» республика фестивале уҙғарҙы. Башҡорт таҡмаҡтарын башҡарып, Озерный ауылының «Ихлас» халыҡ фольклор ансамбле өсөнсө урын яуланы. Ә Күсем ауыл клубы мөдире Зөлфирә Ҡарағужина «Дәртле таҡмаҡсы» тигән номинацияла диплом менән билдәләнде