Дәртле, ҡунаҡсыл һәм йыр-моңға бай кешеләр йәшәгән Иҫке Балапанда календарҙағы төрлө иҫтәлекле даталар, дини байрамдар онотолмай. Ураҙа мәлендә ураҙала булыусыларҙы кискеһен өй һайын ашҡа саҡырһалар, йәйгеһен Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе кеүек йолалар үткәрелә. Яңыраҡ ауыл клубында Әсәләр көнө билдәләнде. Саҡырылған әсәйҙәр, буш ҡул менән килмәй, һәр береһе тәмле күстәнәс тотоп килеп, үҙҙәре өҫтәл әҙерләп ебәрҙе. Уларҙы ауыл старостаһы Данис Ғәлиуллин байрам уңайынан ҡотлағас, ҡатындар төрлө конкурстарҙа үҙен һынаны: йомаҡ әйтеште, йырланы, бейене, һәләттәрен күрһәтте. Иң зирәк әсәй Мәүзифа Рәхимова, иң моңло әсәй Рәзилә Йосопова, дәртле бейеүселәр Әлфиә Ғибәҙәтова, Сулпан Сөләймәнова һәм Әлфиә Әлимғузинаға бүләктәр тапшырылды. Олораҡ әсәйҙәр йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты.