Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ошо көндәрҙә үҙенсәлекле тәҡдим индерҙе: кварталдарҙа, йорттар алдында тәртипһеҙ ҡуйылған һәм «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү кеүек махсус хеҙмәттәр машиналарына ваҡиға урынына барып етергә ҡамасаулаған автомобилдәрҙе төкөп үтеп китергә лә рөхсәт ителәсәк. Йәғни, машинаның хужаһы эргәһендә булмаһа, янғын һүндереүселәр уны көтөп торорға тейеш түгел, ә шәхси автотранспортҡа килтерелгән зыянды был осраҡта автоһәүәҫкәр үҙе йәки страховка компанияһы ҡапларға бурыслы буласаҡ.