Республикала һәм район биләмәһендә «Шыршы» махсус операцияһы башланды. Ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ рәүештә ҡырҡҡан өсөн штраф күләме 300 мең һумға тиклем барып етәсәк, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығы. Физик шәхестәр өсөн 3 – 4 мең һум булһа, вазифа биләүселәргә 20 – 40 мең һумға тиклем, ә юридик шәхестәргә 200 – 300 мең һум түләргә тура килә. Профилактик сарала ЮХХДИ ҙа ҡатнаша, улар ағас ташыусы автотранспортты тикшерәсәк.