Ташбулат һәм Ишҡол урта мәктәптәре уҡыусылары Сибай ҡалаһында үткән «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы» тигән фәнни-ғәмәли конференцияның төбәк этабында ҡатнашты. Ташбулат мәктәбе уҡытыусыһы И. Атауллина етәкселегендә әҙерләнгән 9-сы класс уҡыусыһы Арсен Ҡолғәйетов данлыҡлы дивизия составында яу юлы үткән олатаһы Мораҙым Хәйбуллин тураһында фәнни-эҙләнеү эше менән сығыш яһап, 2-се урын яуланы. Уның класташы Гөлдәр Ғилманова (фәнни етәксеһе А. Хисмәтова) 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереү тураһында тикшеренеү эшен Т. Кусимов исемендәге музей эшмәкәрлегенә бағышланы һәм 3-сө урынға лайыҡ булды. Ишҡол мәктәбенән Айтуған Мәҡсүтов (9-сы класс, етәксеһе И. З. Арсланбаева) шулай уҡ 2-се урында билдәләнде.