Новости
13 Декабря 2016, 15:00

Гәзитле лә, бүләкле лә…

«Аҙна һайын приз!» уйынында бәхеттәрен һынап ҡарарға теләүселәребеҙҙең ишәйгәндән-ишәйә барыуы киләһе йылда ла гәзит уҡыусыларыбыҙҙың беҙҙән айырылмауы өсөн һөйөндөрә.

«Аҙна һайын приз!» уйынында бәхеттәрен һынап ҡарарға теләүселәребеҙҙең ишәйгәндән-ишәйә барыуы киләһе йылда ла гәзит уҡыусыларыбыҙҙың беҙҙән айырылмауы өсөн һөйөндөрә. «Рәсәй почтаһы»ның ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу 10 көнлөгөн икенсе тапҡыр иғлан итеүе редакцияға квитанцияларын ебәреүселәрҙе айырыуса әүҙемләштереп ебәрҙе.

Был аҙнала күмәк квитанциялар араһынан өс абонементты тартып сығарҙыҡ. Уларҙың тәүге икәүһе — Амангилденән Зөлфирә Мөхәмәтйәнова менән Рауилдән Юлдыбай Әхмәтғәлин төп бағымсыбыҙ — «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто биргән сынаяҡтар наборын отто. Тағы бер даланлы гәзит уҡыусыбыҙ Асҡарҙан Фәриҙә Шәйхетдинова иһә аяҡ кейемдәрен ремонтлау оҫтаханаһы тәҡдим иткән сертификатҡа лайыҡ булды. «Осҡон»ға яҙылған өсөн үҙенсәлекле бүләк-хеҙмәтте редакцияның тоғро дуҫы, аяҡ кейемдәрен йүнәтеү буйынса танылған оҫта Айҙар Фәтхуллин үҙе башҡарасаҡ. Әйтергә кәрәк, киләһе уйында йәнә бер сертификат отоу мөмкинлеге бар. Еңеүселәребеҙҙең паспорт һәм ИНН күсермәләрен тотоп, бүләктәре артынан редакцияға килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.

Район матбуғатына яҙылыу дауам итә. Тиҙерәк почта бүлексәһендә (Асҡар, Дауыт ауылдарында йәшәүселәр гәзитте редакция аша ла яҙҙырып алдыра ала) абонемент тултырып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен Асҡар, Ленин урамы, 14а адресы буйынса беҙгә ебәрегеҙ йәки юл төшкәндә үҙегеҙ индереп ҡалдырығыҙ. Киләһе уйынға инселәнгән бүләктәр, бәлки, тап һеҙҙең өлөшкә яҙғандыр.
Читайте нас