Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең йыйылма командаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән Милли спорт төрҙәре фестивалендә ҡатнашты. Милли көрәш, гер спорты, арҡан тартышыу, лапта буйынса көс һынашып, йәш яҡташтарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне һәм лайыҡлы рәүештә фестивалдең төп кубогын яуланы.