Ишкилде ауылы ФАП-ында үҫмер ҡыҙҙарға «Һеҙ буласаҡ әсәләр» тигән темаға лекция уҙҙы. Фельдшер Н. С. Усманова ҡыҙҙарға һаулыҡты йәштән һаҡларға кәрәклеге, йоҡа кейенеүҙең насар эҙемтәләргә килтереүе, шәхси гигиена ҡағиҙәләре, таҙалыҡтың ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге өсөн мөһимлеге тураһында һөйләне. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән Сәүҙә Шаһивәлиева фәһемле һабаҡтары өсөн Нурия Сәлмән ҡыҙына рәхмәт белдерҙе һәм ҡыҙҙарға фельдшерҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға ҡушты.