Новости
11 Декабря 2017, 21:00

Мәүлит кисе үтте

Ислам динендәге ҙур байрамдарҙың береһе булған Мәүлит кисен, йәғни пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең тыуған көнөн Туйыш мәсетендә билдәләп үттек. Мортаҙа һәм Ирис хәҙрәттәр вәғәздәр һөйләгәндән һуң, бергәләшеп ғибәҙәт ҡылдыҡ. Был байрамға күрше ауылдарҙан да килделәр, араларында йәштәрҙең булыуы ҡыуаныслы. Ауылдың ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән мул табын артында ла фәһемле һөйләшеүҙәр дауам итте. Илебеҙ именлеген теләп, балаларыбыҙға иманлы тәүфиҡ бирһен Хоҙай тип күтәренке кәйеф менән таралыштыҡ.

Мәүлиҙә СӨНӘҒӘТОВА,

Байым ауыл биләмәһенең ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Читайте нас