Рысҡужа мәҙәниәт йортонда сәсәниә, мөнәжәтсе, шағирә һәм прозаик Фатима Һибәтованың ижад кисәһе үтте. Әҙибәне туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, «Ҡуңыр буға» һәм «Йәйғор» әҙәби ойошмалары ағзалары ихлас тәбрикләне. Сарала Ф. Һибәтоваға Башҡортостан республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең маҡтау ҡағыҙы менән бергә район Советы һәм хакимиәтенең Рәхмәт хаты ла тапшырылды.