Новости
11 Декабря 2017, 21:00

Яҡташтар һынатманы

Гусев мәктәбе тренеры Фәтих Сафиуллиндың тәрбиәләнеүселәре ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән IV Бөтә Рәсәй халыҡ уйындары һәм милли спорт төрҙәре фестивалендә ҡатнашты. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Башҡортостан райондарынан йыйылған спортсылар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа һынатманы. Билбау көрәше дисциплинаһында үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Фаягөл Шәрипова — беренсе, Гүзәлиә Исҡакова өсөнсө урын яуланы.
Читайте нас