«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда аграр йүнәлешле уҡыу йорто тамамлаусы белгестәргә бер тапҡыр түләнә торған матди ярҙам күләме артты. Юғары белем алған ауыл хужалығы белгестәренә тармаҡҡа эшкә килгән осраҡта — 500 мең һум, урта профессиональ белем алған кадрҙарға 300 мең һумға тиклем түләнәсәк. Бөгөн Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында 2 меңдән ашыу вакансия бар. Хужалыҡтарға айырыуса агроном, ветеринар табип, зоотехник, механизатор, комбайнсы, һауынсы һәм малсы кеүек һөнәрҙәргә эйә йәш белгестәр кәрәк.