Новости
16 Января 2018, 07:50

Һеҙҙең ярҙамға мохтаж кешеләр бар

«Ярҙам» коммерциялы булмаған үҙәге өлкәндәр һәм балалар өсөн әйберҙәр йыйыу буйынса мәрхәмәтлек акцияһы уҙғара. Районда һеҙҙең ярҙамға мохтаж кешеләр, ысынлап та, бар. Әгәр йортоғоҙҙа үҙегеҙ күптән кеймәгән, йәки балаларығыҙға кесерәйгән яҡшы тороштағы кейем-һалым булһа, уларҙы Асҡар ауылы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса 1-се, 4-се кабинеттарға килтереүегеҙ һорала. Аҙ тәьмин ителгән һәм ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләр эш көндәрендә «Ярҙам» үҙәгенең әйберҙәр банкына мөрәжәғәт итә ала. Белешмәләр өсөн телефон: 2-10-38, 2-03-37.


Читайте нас