Рәсәй Президенты Владимир Путиндың демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҡарарҙарының береһе — ғаиләләге беренсе сабый өсөн пособие күләмен арттырыу ине. Ул эфирҙа сығыш яһағанда 10,5 мең һум тураһында һүҙ барҙы. Әммә, был бөтә ил буйынса уртаса күрһәткес, ә һәр төбәк өсөн йәшәү минимумынан сығып ул төрлөсә билдәләнеүе мөмкин, тип аңлатты БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л. Иванова. Беҙҙең республикала тәүге бала өсөн пособие 8892 һум күләмендә билдәләнде. Был аҡсаға республикала йән башына уртаса килеме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы күләменән 1,5 тапҡыр түбән ғаиләләр дәғүә итә ала.