Новости
16 Января 2018, 07:53

Телһөйәрҙәр ҡыуандырҙы

Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һәм дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеүселәр арһында төбәк-ара олимпиада үтте.

Олимпиадала республика мәктәптәренән, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 251 уҡыусы һынау тотто. Улар текст менән эшләне, инша яҙҙы, тест һорауҙарына яуап бирҙе. Өс турҙы уңышлы үтеп, Әбйәлил телһөйәрҙәре – 1-се Асҡар урта мәктәбенән Фирүзә Оморҙаҡова (уҡытыусыһы З. Р. Ғәлләмова), Ҡырҙастан Гөлшат Ғиниәтова (Л. В. Йомағужина), Байымдан Наҙгөл Миңлебаева (Ә. Б. Абдрафиҡова) призер исеменә лайыҡ булды.
Читайте нас