Новости
26 Января 2018, 07:34

Ил башлығы Өфөлә булды

24 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсми сәфәр менән Башҡортостанға килде. Уның республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре, Президент йөкләмәләренең үтәлеше тикшерелде. Бынан тыш, сәфәр барышында дәүләт етәксеһе Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булып, вертолет двигателдәре узелдары эшләү һәм ҡороу өсөн етештереү-технология үҙәген ҡараны, эшселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Рәсәй мосолмандарының үҙәк идаралығы рәйесе, мөфтөй Тәлғәт Тажутдин менән әңгәмәләшеп, В. Путин республикала мәсеттәр артыуын ыңғай баһаланы.
Читайте нас