Йәштәр эштәре буйынса район комитеты 27 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем Рәсәйҙә иғлан ителгән Волонтерҙар йылына арнап, Студенттар аҙналығы үткәрә. Фестивалдә юғары һәм урта һөнәри белем биреүсе йорттарҙа уҡыусы яҡташ студенттар ҡатнаша ала. 27 ғинуарҙа, 10 сәғәттә — урыҫ лаптаһы («Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы); 29 ғинуарҙа, 10 сәғәттә — мини-футбол; 30 ғинуарҙа, 10 сәғәттә — баскетбол; 31 ғинуарҙа, 10 сәғәттә — волейбол; 1 февралдә, 10 сәғәттә гер спорты, армрестлинг һәм арҡан тартышыу буйынса ярыштар (барыһы ла 93-сө һөнәрселек училищеһы базаһында) уҙасаҡ. Бынан тыш студенттар сығарылыш кластары уҡыусылары менән осрашып, үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ниәтләй. 7 февралдә 14 сәғәттә Йәштәр йортонда район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов студенттар менән осрашыу үткәрә. Белешмәләр өсөн тел.: 2-04-48, 2-08-45.