Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә быйылдан яңы пункт өҫтәлде, ул март айында үҙ көсөнә инә. Законға ярашлы, водителдәр тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ауыл-ҡалаларҙан ситтә туҡтарға мәжбүр булған осраҡта, яҡтылыҡты ҡайтарыусы таҫмалары булған жилет кейергә бурыслы. Был юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡа автоһәүәҫкәрҙәрҙең иғтибарын йәлеп итеү һәм туҡтап торған водителдең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн эшләнә.