Новости
30 Января 2018, 07:31

Йәштәр ҙә һайлауға килһен өсөн

Март айында үтәсәк Президент һайлауҙарында йәш быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнашһын өсөн төрлө ҡыҙыҡлы проекттар уйлап сығарыла. Мәҫәлән, бер проект һайлауға барып, «Мин һайлауҙа» тигән селфи эшләргә һәм фотоны Инстаграм йәки «Бәйләнештә» сайтында урынлаштырырға тәҡдим итә. Фотоһүрәт аҫтына конкурстың һәм үҙең йәшәгән ҡаланың (ауылдың) хэштегын ҡуйыу мотлаҡ. Конкурс 22 март-ҡа тиклем барасаҡ, ә 1 апрелдә тауыш биреү юлы менән еңеүселәр билдәләнәсәк.
Читайте нас