Учалы Яҙыусылар берекмәһе ағзаһы, Ташбулат ауылынан пенсионер уҡытыусы Гөлсөм Хисмәтованың «Ҡояшым минең» тип исемләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән шиғырҙар китабы донъя күрҙе. Төҫлө иллюстрациялар менән биҙәлгән китапҡа ингән шиғырҙар ике телдә баҫылған, авторҙың рус телендәге шиғырҙарына күренекле балалар яҙыусыһы Айһылыу Йәғәфәрова тәржемә яһаған. «Минең ҡояшым» — Гөлсөм Хисмәтованың икенсе китабы. Өр-яңы китабын кескәй дуҫтары хөкөмөнә сығарыусы автор ошо көндәрҙә 55 йәшлек юбилейын билдәйәсәк.