Новости
2 Февраля 2018, 08:01

Йылытыу ҡорамалдары менән һаҡ булығыҙ

Көндәр ныҡ һыуынған мәлдә, өйҙәге йылытыу ҡорамалдары менән һаҡ эш итергә саҡыра янғын һүндереүселәр. Юғиһә, мейестәрҙе үтә ҡыҙыу яғыу, электр йылытыу ҡорамалын бар көсөнә эшләтеү фажиғәле эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. 26 ғинуарҙа, мәҫәлән, Асҡарҙың Көнсығыш биҫтәһендә мейесте дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында ут сыҡҡан һәм йорттоң ҡыйығы янып киткән. Шуға күрә, уты янып ятҡан мейестәрҙе ҡарауһыҙ, балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәгеҙ.
Читайте нас