Новости
6 Февраля 2018, 07:40

Мәрхәмәтлек

Үткән шәмбе, Асҡар урта мәктәбенең 1993 йылғы сығарылыш уҡыусылары осрашыу кисәһе үткәрҙе. Класташтар осрашыуға аҡса йыйып кафела кисә үткәрә. Кисәнән 10 мең һум аҡса артып ҡала. Бер уйлаһаң, уны әрәм-шәрәм итеп ҡайтыуы ла оҙаҡ түгел бит, тик мәрхәмәтле ҡыҙҙар һәм егеттәр уны Буранғол ауылынан 2013 йылғы сирле бала Сәлмәнов Мөхәмәт Вәхит улына бирергә ҡарар итә. Ул аҡсаны Буранғолға Рөстәм Мостафин алып барып тапшыра һәм үҙенән өҫтәп йәнә 2 мең бирә. Класташтарҙың был аҙымы тик хуплауға лайыҡ, улар осрашып, күңелдәре булғансы аралашып, хәтирәләре менән уртаҡлашып ҡына ҡалмаған, ә изгелек тә ҡылған. Ил төкөрһә, күл була тигәндәй, уларҙың миҫалында, бала хаҡына, бәлки башҡалар ҙа ҡолаҡ һалыр.
Читайте нас