Новости
9 Февраля 2018, 06:44

Ижадсыларҙың эштәре баһаланды

«Йәйғор» район һәм «Ҡуңыр буға» Урал аръяғы әҙәби ойошмаларының берлектәге күсмә ултырышында талантлы яҡташтарыбыҙ Марс Сәйетғәлин, Әнисә Махийәнова (Байым), Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов (Аһылай), Фатима Зекриналарҙың (Ишбулды) ижад емештәре тикшерелде. Авторҙарға төплө кәңәштәр бирелде, ә М. Мәғәсүмовтың шиғырҙарын айырым китап итеп сығарыу өсөн БР Яҙыусылар союзының поэзия секцияһына тәҡдим ителде.
Читайте нас