Баш ҡалабыҙ Өфөлә арҙаҡлы яҡташыбыҙ, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл төҙөлә. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ тип табылды һәм шул аҡсаға Өфө сәнғәт училищеһы эргәһендә ҡуйыласаҡ. Уны илдә билдәле скульптор Андрей Ковальчук һынландырасаҡ. Әйткәндәй, «Өс ҡатын», «Фронтҡа оҙатыу» кеүек билдәле картиналар авторы Әхмәт Лотфуллинға 4 февралдә 90 йәш тулған булыр ине.