Иртәгә, 10 февралдә саңғы буйынса ҙур ярыш үтә. Трассала төрлө йәш төркөмдәренә ҡараған спортсылар көс һынашасаҡ. Ярыш 11 сәғәттә, элекке һабантуй урынында башлана. Ә 23 февралдә физик культура, спорт һәм туризм буйынса район комитеты «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, бильярд буйынса турнир ойоштора. Белешмәләр өсөн телефон: 2-04-48.