Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составын раҫланы. Уның рәйесе итеп Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец, урынбаҫарҙары итеп мәҙәниәт министры Владимир Мединский һәм республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәғәйенләнде. Фестиваль планына ярашлы, бер төркөм ҡунаҡтар 2020 йылда Әбйәлил һабантуйында ла буласаҡ, тип көтөлә.