Новости
16 Февраля 2018, 06:37

«Европа — Көнбайыш Ҡытай» юлы Башҡортостан аша үтә

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, «Европа — Көнбайыш Ҡытай» инвестицион проекты республика биләмәһендә «Баулы — Күмертау» автомобиль юлын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Маршрут үҙ эсенә Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Күмертау кеүек ҙур сәнәғәт ҡалаларын аласаҡ. 283,3 саҡрым юл арауығы түләүле буласаҡ. Ә бына беҙҙең район аша үтәсәк «Стәрлетамаҡ — Ҡағы» маршруты 170 километр тәшкил итә. Асҡарға тиклем килеүсе водителдәргә юл өсөн 10 һумдан 25 һумға тиклем түләргә кәрәк буласаҡ.
Читайте нас