Новости
21 Февраля 2018, 13:54

Әсәлек капиталынан пособие түләнә башланы

Пенсия фонды идаралығында әсәлек капиталы иҫәбенән айлыҡ аҡсалата түләм алыуға ағымдағы йылда икенсе балалары тыуған 12 ғаиләнән ғариза ҡабул ителде. Был ғариза менән бергә икенсегә атай-әсәй булған парҙар әсәлек капиталына сертификат алыуға ла документтар тултырҙы. Әйтергә кәрәк, ғариза менән бергә ғаиләләр эш урынынан белешмә, балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы, паспорт кеүек документтар ғына килтерә, ҡалған кәрәкле мәғлүмәтте Пенсия фонды идаралығы үҙ аллы юллай. 2018 йылда әсәлек капиталы иҫәбенән айлыҡ аҡсалата түләм Башҡортостанда 8892 һум тәшкил итә.
Читайте нас