Ирина Яровая етәкселегендәге бер төркөм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары РФ Енәйәт кодексына үҙгәрештәр индереү инициативаһы менән сығыш яһаны. Закон проекты балалар һәм үҫмерҙәргә ҡарата енәйәти ғәмәлдәр ҡылған әҙәмдәргә ҡарата язаны ҡәтғиләштереүҙе күҙаллай. Шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге балаларға ҡарата енси енәйәт ҡылыусыларҙы ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итергә тәҡдим итә. Бынан тыш закон проектында интернет селтәрен файҙаланып бәлиғ булмағандарҙы сексуаль характерҙағы мөнәсәбәттәргә ылыҡтырыу, балалар ҡатнашлығындағы әхлаҡһыҙ материалдарҙы интернетта таратыу өсөн дә айырым енәйәти яуаплылыҡ индереү кеүек тәҡдим бар. «Һуңғы осорҙа педофилдарҙың тап интернет аша эш итеүе һәм кесе йәштәге малай-ҡыҙҙарҙы мыҫҡыл итеүе киң таралыу таба, шуға күрә был закондың ҡабул ителеүе бик урынлы булыр ине», — тип белдерҙе БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе К. Толкачев та.