Гусев мәктәбе тренеры Ф. З. Сафиуллиндың тәрбиәләнеүселәре Пермь ҡалаһында яугир-интернационалистар иҫтәлегенә үткән Билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашты. Үҙ ауырлыҡ төркөмөндә уңышлы сығыш яһап, 10-сы класс уҡыусыһы Фаягөл Шәрипова бөтә дәғүәселәрен дә еңде һәм Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Алһыу Ҡаһарманова ла үҙенең ауырлыҡ төркөмөндә өсөнсө урынға лайыҡ булды.