Иртәгә — 24 февралдә Күсем ауылында Советтар Союзы Геройы генерал Таһир Кусимовтың иҫтәлегенә арналған саңғы ярыштары уҙғарыла. Унда мәктәп уҡыусылары һәм 18 йәштән өлкән спортсылар ҡатнаша ала. Улар 2, 4 километрлыҡ дистанцияларҙа уҙышасаҡ. Ярыш 9 сәғәт 30 минутта Йәштәр урамы, 7 адресы буйынса (мәктәп эргәһендәге майҙансыҡ) башлана.