Новости
27 Февраля 2018, 08:41

Сабыйға ярҙам йөҙөнән

Район мәҙәни-ял үҙәгенең Буранғол филиалы мәҙәниәтселәре ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһына ҡатмарлы операцияға юлланасаҡ йәш ауылдаштары — М. Сәлмәновҡа ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты ойошторҙо. Г. Мәғәфүрова етәкселегендә әҙерләнгән үҙешмәкәр артистар, мәктәп уҡыусылары бынамын тигән йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһап, тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Сарала шулай уҡ район мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Мусин менән район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. Сәғәҙиева ла ҡатнашты һәм мәрхәмәтле күңелле буранғолдарға һоҡланыуын белдерҙе. Концерттан йыйылған аҡса тулыһынса сабыйҙың әсәһенә тапшырылды.
Читайте нас