Новости
2 Марта 2018, 07:50

Объекттар буйынса аукциондар башлана

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы республиканың 100 йыллығына ҡарата төҙөләсәк социаль объекттар иҫәбенә индерелгән төҙөлөштәр буйынса 11 электрон аукцион иғлан итте. Контракттарҙың дөйөм башланғыс хаҡы 1,9 миллиард һум тәшкил итә, уның иҫәбенә төҙөлөштән тыш барлыҡ инженер-коммуникация эштәре лә индерелә. Планға алынған объекттар араһында Тупаҡ ауылында төҙөләсәк 120 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла бар.


Читайте нас