Новости
7 Марта 2018, 08:42

Эскән водителде — төрмәгә

Руль артына иҫерек килеш ултырғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылһа ла, һаман үҙенең енәйәти юлын ҡуймаған водителгә суд ҡарары менән ҡәтғи яза бирелде. РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса хөкөм ителгән И. бер йылға иркенән мәхрүм ителде. Бынан тыш ул өс йыл дауамында транспорт эшмәкәрлеге менән бәйле һөнәрҙәргә хоҡуғын юғалтты.

Б. АҪЫЛҒУЖИН, район прокуроры.


Читайте нас