Новости
7 Марта 2018, 08:41

Иң бәләкәстәр ГТО тапшырҙы

«Сәләмәт быуын — көслө төбәк» республика программаһы сиктәрендә башланғыс кластар уҡыусылары ГТО-ның 1-се баҫҡысын тапшырҙы. 22 мәктәп команда алып килде. 6 – 7 йәшлек ҡыҙ-малайҙар турникта күтәрелеү, йүгереү, алыҫлыҡҡа һикереү, туп ташлау, һығылмалылыҡ, йөҙөү кеүек төрҙәрҙә үҙен һынаны. Балалар барыһы ла яҡшы сығыш яһаны, уларҙың күкрәк билдәләре май аҙағында үтәсәк фестивалдә тапшырыласаҡ.
Читайте нас