Ғәмәлдәге законға ярашлы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләү тәртибе билдәләнде. Был категорияға ҡараған граждандар өсөн пенсия йәше йыл һайын алты айға арттырыла бара һәм 2026 йылға ирҙәр өсөн — 65, 2032 йылға ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 63 йәшкә етәсәк. Әйтергә кәрәк, кеше дәүләт йәки муниципаль эштән киткән осраҡта, пенсия йәше күтәрелеүҙән туҡтай.