Бөтә төбәк һайлау комиссиялары Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға төп документтарҙы — бюллетендәрҙе алды, тип хәбәр итә «Башинформ». Бюллетендәрҙе Эске эштәр ми-нистрлығы хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында тәғәйен пункттарға илттеләр. Төбәк һайлау комиссияларынан участка һайлау комиссияларына бюллетендәр тауыш биреүгә ике көн ҡалғас тапшырыла, уларҙы участка һайлау комиссияларында полиция хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә һаҡлаясаҡ.