19 марттан 6 апрелгә тиклем республика һәм район биләмәһендә «Иғтибар, балалар!» профилактик операцияһы үтә. Уның сиктәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балаларҙы транспорт сараларында ташыу ҡағиҙәләре үтәлеше, мәктәп автобустарының техник торошон тикшерәсәк. Әйткән-дәй, 18 марттан тағы бер юл ҡағиҙәһе үҙ көсөнә инде: водителдәр тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ауыл-ҡалаларҙан ситтә юлда туҡтарға мәжбүр булһа, яҡтылыҡты ҡайтарыусы жилет кейергә бурыслы. Был уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн талап ителә.