Әбйәлил спортсылары сираттағы уңыштары менән һөйөндөрҙө. Асҡарҙа үткән волейбол буйынса төбәк турнирында һөҙөмтәле сығыш яһап, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыйылма командаһы еңеүсе исемен һәм Шишмә районында уҙасаҡ волейбол буйынса республика финал ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Район хоҡуҡ һаҡсылары Ҡул һуғышы буйынса БР Эске эштәр министрлығы чемпионатында ҡатнашты. Үҙ ауырлыҡ төркөмөндә ЮХХДИ-ҙың дәүләт инспекторы Рөстәм Әхмәтов бөтә дәғүәселәрен дә еңеп, чемпион исеменә лайыҡ булды. Ә дөйөм иҫәптә команда икенсе урынға сыҡты.