Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе менән ҡуйылған бурыстарҙың 14-е бөгөн үтәлгән, тип хәбәр итә «Башинформ». Экология йылы сиктәрендә әйтелгән көнкүреш ҡалдыҡтарын хәүефһеҙ утилләштереү, халыҡты һыу менән тәьмин итеү күләмен арттырыу кеүек йөкләмәләр планы тормошҡа ашырылған, ҙур гидротехник ҡоролмаларҙа капиталь ремонт үткән. Эре сәнәғәт предприятиелары өсөн таҙартыу ҡоролмалары реконструкцияланған. Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында күләмле эштәр бара.