Гусев мәктәбе тренеры Фәтих Сафиуллиндың тәрбиәләнеүселәре Октябрьский ҡалаһында үткән Билбау көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә көс һынашты. 200-гә яҡын спортсы ҡатнашҡан ярышта йәш яҡташтарыбыҙ лайыҡлы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә Гусев мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Ҡаһарманова үҙ төркөмөндә өсөнсө урын яулауға өлгәште.