Ҡаҙмаш ауылында йылдағыса СССР-ҙың спорт мастеры Әсғәт Ҡаһарманов призына саңғы буйынса район ярышы үтте. Унда 14 мәктәп уҡыусылары ярышты. Үҙҙәренең дистанцияларында һәм йәш төркөмдәрендә беренсе урындарҙы Вилдан Мөхәмәтдинов (Ишҡол), Зөлфәт Бараков (Хәлил), Сабир Атауллин, Нурислам Яҡупов (Ҡаҙмаш), Диана Фәхрисламова (Әбделмәмбәт), Әлфинә Ғафарова (Хәлил), Әлмира Сәғәҙәтова (Амангилде), Тәнзилә Әхтәмова (Ҡаҙмаш), Нургизә Кәримова (Аһылай) яуланы. Дөйөм иҫәптә Ҡаҙмаш урта мәктәбе еңеүсе тип табылды һәм кубокты яуланы.