Новости
30 Марта 2018, 09:15

Төҙөлөшкә рөхсәт алмайынса

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре районда төҙөлөш эшмәкәрлеге буйынса закондар үтәлешен тикшергәндән һуң закон боҙоу осрағын асыҡланы. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса төҙөлөшкә рөхсәт алмайынса капиталь төҙөлөш объекты башҡарған шәхси эшҡыуар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Асҡар биләмәһендә сауҙа менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарға РФ Административ кодексының 9.5-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса эш асылды һәм БР Арбитраж суды ҡарары менән хөкөм сығарылды.

Н. ЯХИН, прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас